9 декабрь, Йома

08 февраль 2011 йыл, 13:25

Башҡортостан юғары технологиялы производстволар өсөн «алтын ҡулдар» әҙерләйәсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәтендә 2011 йылда инновацион белем биреү программаларын ғәмәлгә индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеларында эшсе кадрҙар һәм юғары технологиялы производстволар белгестәре әҙерләүгә дәүләт ярҙамы тураһында положение раҫланды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың 7 февралендә БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Положение инновацион белем биреү программаларын ғәмәлгә индереүсе һәм дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итеүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу процедураһын һәм критерийҙарын билдәләй.

Документта, мәғариф учреждениеларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу асыҡтан-асыҡ тормошҡа ашырыла, тиелә. Конкурс еңеүселәре төп алты күрһәткес буйынса һайлап алына. Бындай критерийҙарға тәҡдим ителгән инновацион белем биреү программаһының көтөлгән һөҙөмтәлелеге һәм эшсе кадрҙар, белгестәр әҙерләү сифаты, мәғариф учреждениеһының эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлеге инә.

Инновацион белем биреү программаһының һөҙөмтәлелеге төп алты күрһәткес буйынса баһалана, эшсе кадрҙар, белгестәр әҙерләү сифатын, мәғариф учреждениеһының эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлеген баһалағанда уҡыу йортоноң ун йүнәлеш буйынса эш тәжрибәһе иҫәпкә алына.

Мартта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы инновацион белем биреү программаларын ғәмәлгә индереүсе башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениелары араһында конкурс башланыуы хаҡында иғлан итәсәк.

Белешмә өсөн.

Әле Башҡортостан Республикаһында 93 башланғыс һөнәри һәм 77 урта һөнәри белем биреүсе учреждение эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 6 декабрендәге 464-се ҡарары менән раҫланған Башҡортостан Республикаһында һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү концепцияһында билдәләнеүенсә, мәғариф системаһын модернизациялау – инновацион иҡтисад булдырыу өсөн мотлаҡ шарт. Ул йылдам иҡтисади үҫештең һәм йәмғиәттәге социаль үҫештең нигеҙе, граждандар именлеге факторы булып тора.