5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2011 йыл, 13:12

Октябрьский ҡалаһының йәш ғаиләләре өсөн микрорайон төҙөлә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Күптән түгел Октябрьский ҡалаһының 34-се һәм 29-сы биҫтәләренән көньяҡтараҡ асыҡ ялан ине, уны халыҡ картуф сәсеүгә файҙаланды. Ә хәҙер бында, 32-се микрорайонда, ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәктәр кеүек, бер һәм ике ҡатлы тиҫтәләгән матур кирбес йорттар ҡалҡып сыҡты. Һәм, ҡышҡы ваҡытҡа хас бик үк уңайлы булмаған һауа шарттарына ҡарамаҫтан, яңы йорттар төҙөлөшө һәм төҙөлгәндәрендә эске биҙәү эштәре тулы ҡеүәтенә алып барыла. Октябрьскийҙың йәш ғаиләләре өсөн бында 200-ҙән ашыу индивидуаль торлаҡ йорт төҙөләсәк. Һәр береһенең майҙаны, проектына ҡарап, 50-нән 90 квадрат метрға тиклем тәшкил итәсәк. Төҙөлөшө менән бергә 10-12 сутыйҙан да кәм булмаған ер участкалары өй туйлаясаҡ йәш ғаиләләрҙең бюджетына бик шәп ярҙам буласаҡ. Биҫтәнең генераль планы буйынса бында 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм төрлө йүнәлешле бер нисә магазин төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ ҙур булмаған парк зонаһы менән балалар ҡаласығы ла күҙаллана. Үҙенең медпункты ла буласаҡ. Иҫәп-хисап буйынса, мәктәп төҙөлөшө талап ителмәйәсәк. Бөтөн микрорайон балаларын яҡында урынлашҡан 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һыйҙыра аласаҡ, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

темалар: торлаҡ, төҙөлөш