3 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2011 йыл, 11:40

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында 2503 уҡыусы ҡатнашты

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы тамамланды. «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһында ағымдағы уҡыу йылында бөтә Рәсәй олимпиадаһы 21 предмет буйынса үткәрелгән. Ул тәүге тапҡыр донъя мәҙәниәте буйынса олимпиада үтеүен дә билдәләне.

Олимпиаданың төбәк этабында йәмғеһе 2503 уҡыусы ҡатнашҡан — уҙған йылға ҡарағанда 175-кә күберәк. Шуларҙан 521 уҡыусы — призер, 48-е еңеүсе булған.

Наталья Кот әйтеүенсә, бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыуға Башҡортостандан предметтар буйынса команда составын февраль аҙағында олимпиаданың үҙәк ойоштороу комитеты билдәләйәсәк.