9 декабрь, Йома

10 февраль 2011 йыл, 10:57

Республика рәссамдары 1812 йылғы һуғышта еңеүгә арналған конкурста ҡатнашасаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостанда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре конкурсы үтәсәк. Был хаҡта 9 февралдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ғәлим Яҡупов белдерҙе.

— Был сараны беҙ Рәсәй Рәссамдар союзы менән берлектә үткәрәбеҙ, — тип билдәләне министр урынбаҫары. — Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған һынлы сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәргә конкурс республика кимәлендә үтәсәк.

Конкурс йомғаҡтары буйынса күргәҙмә ойоштороласаҡ.