Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғинуарҙа хаҡтар Башҡортостанда 2,3 процентҡа күтәрелде

Иҡтисад

Ғинуарҙа ҡулланыусылар хаҡтары индексы Башҡортостанда 102,3 процент тәшкил итте. Башҡортостанстат шундай мәғлүмәт бирә. Уртаса Рәсәй буйынса ул әҙ генә юғарыраҡ — 102,4%. Шул уҡ мәлдә Волга буйы федераль округы буйынса индекс Мордовияла 101,9 проценттан Нижегородка өлкәһендә 103,2 процентҡа тиклем үҙгәрә.

Статистиктар мәғлүмәтенә ярашлы, уҙған айҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 3,2 процентҡа ҡыйбатланған. Әгәр уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырһаҡ, хаҡтар 15,7 процентҡа артҡан. Ә бына аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар ғинуарҙа ни бары 0,4 процентҡа ҡыйбатланған. 2010 йылдың ғинуарына ҡарата иһә – плюс 5,2 процент.

Ғинуарҙа хеҙмәт күрһәтеү хаҡтары 4 процентҡа күтәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть