5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2011 йыл, 9:57

Башҡортостан аграрийҙары 1 миллиард 375 миллион һум күләмендә федераль субсидиялар аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһында 2011 йылда ауыл хужалығы производствоһына ярҙамға субсидиялар бүлеү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был документҡа ярашлы, субсидиялар Башҡортостан агросәнәғәт комплексы үҫешенең төп йүнәлештәренә дәүләт ярҙамы сифатында биреләсәк.  

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Валентина Әптекәеваның хәбәр итеүенсә, федераль ҡаҙнанан бүленгән субсидиялар күләме 1 миллиард 375 миллион һум тәшкил итәсәк. Беренсе кварталда уҡ республика аванс рәүешендә йыллыҡ лимиттың 30 процентын алырға тейеш.