Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Депутаттар Учалыла спорт проблемаларын тикшерәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты апрелдә Учалыла күсмә ултырыш үткәрәсәк. Был турала 9 февралдә Комитет рәйесе Рауил Бикбаев белдерҙе.

— Ултырыш төбәктә спорт үҫешенә арналасаҡ, — тип билдәләне Рауил Бикбаев. — Учалыла бер нисә ҡыҙыҡлы объект төҙөлә, беҙ шуларҙы ҡараясаҡбыҙ ҙа.

Ултырышта ҡатнашыусылар Учалылағы Боҙ һарайын бағыу мәсьәләһен күтәрҙе. Урындағы предприятиеларҙа етәкселек алмашыныуы һөҙөмтәһендә спорт ҡоролмаһы финанслауһыҙ тороп ҡалған.  

— Был проблеманы тикшерер өсөн мин 18 февралдә ҡалаға барам, — тине Дәүләт Йыйылышы Комитеты рәйесе.

Уның әйтеүенсә, күсмә ултырыш БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә үтәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть