8 декабрь, Кесе йома

09 февраль 2011 йыл, 16:15

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары»на старт бирелде. Ул  Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона һәм «Башҡортостан Республикаһында тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты һәм хәүефһеҙлеге» программаһына ярашлы йыл һайын үткәрелә.  

БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгендә заявкалар ҡабул ителә башланы. Конкурста сәнәғәттең төрлө тармағы, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе предприятиелары ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтергә, конкурент һәләлелеген раҫларға, яңы партнерҙар йәлеп итергә теләй.

Йыл һайын ҡатнашыусылар араһында продукцияһы һәм хеҙмәттәре ҙур һорау менән файҙаланған бәләкәй бизнес предприятиелары иҫәбе арта. 2010 йылда конкурста республиканың 100-ҙән ашыу предприятиеһы ҡатнашты, шуларҙың 64-е федераль этапта – «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» программаһында еңде.

Был конкурс сиктәрендә үткәрелеүсе ике конкурс — «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» һәм «Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы»  предприятиеларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Конкурсҡа материалдарҙы 1 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. Ә еңеүселәрҙең исемдәре май аҙағында билдәле буласаҡ.