10 декабрь, Шәмбе

09 февраль 2011 йыл, 15:42

Өфөлә умарталыҡ музейы төҙөләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә асыҡ һауала умарталыҡ музейы төҙөләсәк. Был хаҡта шаршамбы көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты ултырышында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов хәбәр итте.

—Менделеев урамындағы умартасылыҡ буйынса ҙур комплекс төҙөлөшө сиктәрендә музей ойоштороу планлаштырылған, — тине ул. – Умартасылыҡ продукттары нигеҙендә косметик продукция сығарыу буйынса цехты ла шунда уҡ урынлаштырыу күҙаллана.  

Бындай комплекс төҙөү мәсьәләһе элегерәк тә күтәрелде. Бер ваҡыт төҙөлөш тә башланды, ләкин һуңынан финанслау етешмәүе арҡаһында ул билдәһеҙ ваҡытҡа тотҡарланды.