Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Башҡортостанға умарталар етмәй

Иҡтисад

Башҡортостан умарталарға ҡытлыҡ кисерә. Был хаҡта шаршамбы көндө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты ултырышында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, умарталарҙың етешмәүе уларҙың башлыса шәхси секторҙа етештерелеүе менән аңлатыла. Башҡортостанда умарталар сәнәғәт күләмендә сығарылмай.

— Беҙ БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы менән БР Урман хужалығы министрлығына республикала умарталар һәм уларға рамдар етештереү буйынса цех асыу тураһында тәҡдим индерергә теләйбеҙ, — тине Әмир Ишемғолов. — Әлегә бындай цех булмағас, умарталар етештереүгә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итергә тырышабыҙ.

Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, тәжрибә сифатында республиканың биш мәктәбе дөйөм алғанда 500 мең һумлыҡ суммаға умарталар өсөн рамдарға заказ алған. Балалар был эште хеҙмәт дәрестәрендә башҡарған, һәм мәктәптәр йөҙәр мең һум аҡса алған, был да уларға бик шәп ярҙам. Ләкин умарталар етешмәү мәсьәләһен балалар хеҙмәте менән генә хәл итеп булмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть