Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

БР Мәғариф министрлығында БДИ буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй

Йәмғиәт

БР Мәғариф министрлығында 273-20-87 номеры буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй. Бында берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле һәр төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.  

— Компетентлы белгестәр абитуриенттарҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм педагогтарҙың берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу һәм үткәреү менән бәйле бөтөн һорауҙарына ла яуап бирәсәк, — тине БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин. – Бындай «ҡыҙыу линиялар» Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгендә эшләй. Әммә консультациялар биреүҙең бындай алымы беҙҙең республикала йыл әйләнәһенә ҡулланыла.

Бынан тыш, берҙәм дәүләт имтиханының рәсми мәғлүмәт порталы ла эшләй (http://www.ege.edu.ru/). Унда 2011 йылда БДИ тапшырыласаҡ бөтә предметтар буйынса күргәҙмә материалдарҙы ҡарарға, on-line режимында тест үтергә, бланктар тултырыу ҡағиҙәләре, берҙәм дәүләт имтихандары теҙмәһе, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына уҡырға инеү шарттары менән танышырға була.

Төбәк кимәлендә мәғлүмәт менән http://rcoirb.narod.ru/index.html адресы буйынса БР төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть