8 декабрь, Кесе йома

09 февраль 2011 йыл, 13:28

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Флүр Әсәҙуллин Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Флүр Минзаһит улы Әсәҙуллин 1969 йылдың 29 авгусында Дәүләкәндә тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында «тарих һәм ижтимағи дисциплиналар» белгеслеге буйынса белем алған. Шулай уҡ «дәүләт һәм муниципаль идара» йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Дәүләкән районы Ленин һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тарих уҡытыусыһы булып башлай. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. «Пилигрим» халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҙәге, «Студенттар мәшғүллек үҙәге» менән етәкселек итә. «Наркотиктарһыҙ ҡала» йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе була.

Өсөнсө саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.