9 декабрь, Йома

07 февраль 2011 йыл, 11:43

Башҡортостан Хөкүмәте Федераль урман хужалығы агентлығы менән килешеү төҙөнө

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Федераль урман хужалығы агентлығы ике яҡлы килешеү төҙөнө.

Ул урман хужалығы өлкәһендә яҡтарҙың урмандарға тотороҡло идара итеү, дәүләт урман кадастрын һәм тәүге иҫәпте алып барыу буйынса хеҙмәттәшлеген күҙаллай. Шулай уҡ документ урмандарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү, уларҙы тулыландырыу, рациональ файҙаланыу, урман хужалығында кадрҙар потенциалын арттырыу һәм тармаҡты фәнни-техник тәьмин итеү буйынса ғәмәлдәргә ҡағыла.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо килешеүгә ярашлы Башҡортостан урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә тапшырылған вәкәләттәрҙе сираттағы финанс йылға федераль бюджет средстволарынан Рәсәй Федерацияһы субъектына бүленгән аҡсаның кәмендә ун проценты күләмендә берлектә финанслау йөкләмәһен үҙ өҫтөнә ала. Бынан тыш, килешеүҙә янғын хәүефһеҙлеге һәм урман янғындарын һүндереү буйынса үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре көйләнә. Документ ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.