5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2011 йыл, 13:38

2010 йылда Башҡортостан халҡы балаларына Эсмеральда һәм Янислав тигән исемдәр ҡушҡан

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан халҡы 2010 йылда балаларына Эсмеральда, Эльсиера, Йософ, Йәмилә, Янислав һәм Ян кеүек үҙенсәлекле исемдәр биргән. Был турала «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова хәбәр итте.

Ведомство мәғлүмәтенә ярашлы, Тимур, Әмир, Арслан, Илназ, Булат, Артем, Данил, Кирилл, Степан, Егор уҙған йыл йомғаҡтары буйынса иң популяр ир-егеттәр исеме булған.

Ҡыҙҙар араһында иң күп ҡушылған исемдәр – Ләйсән, Лиана, Динара, Ынйы, Регина, Анастасия, София, Полина, Ангелина, Дарья.

Зифа Әбүбәкированың билдәләүенсә, Башҡортостанда ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуа.

— 2010 йылда яңы тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында айырма 1482-гә тиң булды, — тине ул. — 29 571 малай тыуҙы, ҡыҙҙар – 28 089. Йәмғеһе 57660  бала тыуыуы теркәлде — 2009 йылға ҡарағанда 2,5 процентҡа күберәк. Өфөлә тыуыу тураһында акттар иҫәбе 7,1 процентҡа артты.  

Ул, 2010 йылда 441 игеҙәк һәм ете ғаиләлә өс игеҙ балалалар яҡты донъяға килде, тип өҫтәне.  

темалар: демография