9 декабрь, Йома

07 февраль 2011 йыл, 18:08

Башҡортостан башлығы иҡтисад үҫешен тотҡарлаған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ниәтләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика иҡтисады үҫешен тотҡарлаусы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә ниәтләй. Һүҙ иң элек төҙөлөш, ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт етештереүе үҫешенә ҡамасаулаған вазифалы кешеләр эшмәкәрлеге хаҡында бара.

“Әгәр ошо традицияларҙы бөтөрмәһәк, иҡтисади үҫеш  булмаясаҡ”, – тип яҙҙы дүшәмбе Рөстәм Хәмитов үҙенең блогында.

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, беҙҙә яңы йорттар төҙөлөүе, ҡасабаларҙың үҫеше урындағы властың ярҙамынан тыш, йыш ҡына уларҙың ғәмәлдәренә ҡаршы, тормошҡа ашырыла. Кешеләргә ер алыуы ҡыйын, тейешле инженерлыҡ селтәрҙәре, газ, һыу, электр энергияһы үткәрелмәгән. Ҡала һәм райондарҙағы чиновниктар халыҡҡа ҡаршы сыҡмаһа, ә ярҙам итһә, республика халҡы, Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, тауҙар аҡтара алыр ине.

Уҙған аҙнала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин торлаҡ буйынса кәңәшмәлә бөтә ил депутаттарын һәм чиновниктарын төҙөлөшкә ҡамасаулаусы ҡаршылыҡтарҙы юҡ итергә саҡырҙы, кешеләргә ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип билдәләне асыҡтан-асыҡ Президент. “Бюрократлаштырыу, ерҙе һатыу буйынса ялған баҙарҙар ойоштороу мәсьәләләрендә йыраҡ китеүебеҙ барыһына ла аңлашыла, – тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. – Уларҙы емереү бик ҡыйын буласаҡ”.

Президент Башҡортостан райондарының береһендә иҡтисадты тотҡарлаусы хәлде миҫал итеп килтерҙе. Үҙҙәренең урман предприятиеһы булыуға ҡарамаҫтан, тиҫтәләрсә мең кубометр ағас делянканан туранан-тура күрше төбәктәргә эшкәртеүгә оҙатыла һәм республикабыҙға әҙер продукция – мебель, ағас кәрәк-яраҡтары, таҡта рәүешендә әйләнеп ҡайта. Быларҙың барыһын да үҙебеҙҙә лә етештерергә мөмкин. Районда бындай производствоны ойоштороу ҡыйын түгел, өҫтәүенә, урындағы халыҡ эшһеҙлектән яфалана, тимәк, хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж булмаясаҡ.

“Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең предприятиелар эшһеҙ  ултыра, ә урманды күршеләргә ташып, уларҙы эш менән тәьмин итәләр, – тип яҙа Президент  үҙенең блогында. – Бушҡа түгел, әлбиттә. Был властың кешеләргә ярҙам итеүе түгел, ә уларға ҡаршы эшләүенең тағы ла бер миҫалы. Бындай миҫалдар бихисап. Әлбиттә, беҙ ҡайһы бер етәкселәрҙе яуапҡа тарттырасаҡбыҙ. Бындай күҙгә бәрелеп торған хәлде халыҡ хөкөмөнә сығарасаҡбыҙ”.