10 декабрь, Шәмбе

09 февраль 2011 йыл, 12:47

Республиканың йәш ғалимдары Рәсәй Президенты гранттарын алды

автор: Руфина Хананова

Башҡортостандың алты йәш ғалимы Рәсәй Президенты гранттарын алыуға конкурста еңде. Улар иҫәбендә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан фәндәр докторы Юлиә Вәхитова, Башҡорт дәүләт университетынан фәндәр докторы Вадим Захаров, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтынан фәндәр кандидаты Вадим Миңғәлиев, Башҡорт дәүләт университетынан фәндәр кандидаттары Сергей Шаулов, Рәсүл Зинәтуллин, Өфө дәүләт авиация техник университетынан фәндәр кандидаты Александр Кишалов бар. Был турала Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

Конкурс 2010 йылдың ноябрендә иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең йәш ғалимдарына — фән кандидаттарына һәм докторҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Грант ике йыл дауамында фән, технологиялар һәм техника үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса фундаменталь һәм практик тикшеренеүҙәр үткәреүгә киткән сығымдарҙы финанслау өсөн бүленә. Фән докторҙары өсөн һәр гранттың күләме 1 миллион һум тәшкил итә, фән кандидаттары өсөн — 600 мең һум.

темалар: фән, гранттар