5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2011 йыл, 10:01

Башҡортостанда автоһәүәҫкәрҙәрҙең 70 проценты транспорт һалымын льготалы схема буйынса түләйәсәк

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса республикала ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобиль эйәләренә транспорт һалымы ставкаһын 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем (һәр ат көсөнән) кәметеүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты әҙерләнде.

«Алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостандағы бөтә автоһәүәҫкәрҙәрҙең 70 проценты самаһы транспорт һалымын льготалы схема буйынса түләйәсәк», – тине Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, закон сығарыу инициативаһын ғәмәлгә индереүҙән социаль һөҙөмтә 150 миллион һум тәшкил итәсәк. Был 2012 йылға республика бюджетының килем өлөшөн проектлағанда иҫәпкә алынасаҡ.

Миҫал.

Үҙебеҙҙә етештерелгән ябай автомобилдең двигатель ҡеүәте яҡынса 80 ат көсө. Һалым суммаһы ошо формула буйынса иҫәпләнә:: 80 ат көсө х 7,5 (транспорт һалымының әлеге ставкаһы) = 600 һум. Транспорт һалымының яңы ставкаһы – һәр ат көсөнән 5,5 һум автомобиль хужаларына 180 һум экономияларға мөмкинлек бирәсәк.

Транспорт һалымы ставкаһын билдәләү төбәк закон сығарыу власы компетенцияһында. Транспорт һалымы ставкаһын кәметеү республика халҡының һалым буйынса сығымдарын кәметеү буйынса аҙымдарҙың береһе булып торасаҡ.