Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов башҡарма власть органдары эшенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен раҫланы.

«Тәүге тапҡыр бер беҙҙең республикала ғына түгел, бөтөн Рәсәй Федерацияһында министрлыҡтар һәм ведомстволар өсөн һөҙөмтәлелектең төп күрһәкестәре билдәләнде. Был исемлек йөҙ йәки ике йөҙҙән түгел, ә өс-дүрт күрһәткестән тора.  Һәм һәр министр уларҙы яттан белергә, уларҙы нисек үтәргә икәнен аңларға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, министрлыҡтар һәм дәүләт комитеттары эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәлелек күрһәткестәре һәм өҫтөнлөклө бурыстары картаһын Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса республиканың Иҡтисади үҫеше министрлығы эшләгән. Дөйөм алғанда республика Хөкүмәтенең дә, һәр министрлыҡ етәксеһенең дә эшмәкәрлеге ошо критерийҙар ярҙамында баһаланасаҡ. Төбәктәге иҡтисади һәм социаль үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, квартал һайын күрһәткестәр картаһына ла төҙәтмәләр индереләсәк.  

Республика министрлыҡтары һәм дәүләт комитеттарының айырым маҡсатлы эшмәкәрлек күрһәткестәре исемлеге БР Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми сайтында урынлаштырыл4ан: http://minecon.bashkortostan.ru/.

Миҫал.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының айырым маҡсатлы эш күрһәткестәре сифатында түбәндәгеләр билдәләнгән:

1. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы (һумдарҙа);

2. Коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәле;

3. Тауарҙар етештереү, ресурстар менән тәьмин итеү, ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү өсөн инженерлыҡ инфраструктураһы объекттарын файҙаланыусы шәхси ойошмалар өлөшө;

4. Зыянға эшләүсе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары өлөшө (%).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть