8 декабрь, Кесе йома

08 февраль 2011 йыл, 17:29

Өфө халҡы урындағы властарға рәхмәт хаттарына ҡарағанда 60 тапҡырға күберәк ялыу ебәргән

автор: Евгений Рәхимҡолов

2010 йылда ҡала хакимиәтенә Өфө халҡынан рәхмәт хаттарына ҡарағанда 60  тапҡырға күберәк ялыу килгән. Рәхмәт хаттары халыҡ мөрәжәғәттәренең дөйөм күләменең ни бары 0,2 процентын ғына тәшкил иткән, ә ялыуҙар – 11%. Өфө халҡы урындағы властарға башлыса һәр төрлө ғаризалар менән мөрәжәғәт иткән – 88,6%. Шишәмбе көндө ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә шундай мәғлүмәт уҡып ишеттерелде.

Өфө хакимиәтенең эш башҡарыу бүлеге начальнигы Александр Смирновтың әйтеүенсә, дөйөм алғанда ҡала хакимиәтенә 2010 йылда 26,7 мең мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың күбеһе яҙма рәүештә – 24,5 мең. Шуның менән бергә, әүәлге йылдар менән сағыштырғанда, «ҡыҙыу пейджер»ға һәм электрон почтаға килгән мөрәжәғәттәр иҫәбе артҡан.

— Мөрәжәғәттәргә анализдан күренеүенсә, ҡала халҡын күберәк төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь өлкә, йәмәғәт транспортының эше һәм юлдарға ремонт мәсьәләләре борсой, — тине Александр Смирнов. — Шулай уҡ, кәмерәк дәрәжәлә булһа ла, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, социаль тәьминәт мәсьәләләре лә популяр булып ҡала.  Бөтөн мөрәжәғәттәр буйынса тейешле саралар күрелде. Бынан тыш, ҡала башлығы һәм уның урынбаҫарҙары менән төрлө мәсьәләләр буйынса — 1,3 мең кеше, ә район хакимиәте башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән өс меңдән ашыу кеше ҡабул ителде.