5 декабрь, Дүшәмбе

08 февраль 2011 йыл, 15:32

Өфөлә троллейбустар етештереү күләме арта

автор: Евгений Рәхимҡолов

Троллейбустар сығарыу күләме буйынса Өфө әкренләп көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә ҡайта. 2010 йылда республиканың баш ҡалаһында 119 троллейбус етештерелгән — 2009 йыл менән сағыштырғанда был 26-ға күберәк. Был турала ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубин хәбәр итте.

2008 – 2009 йылдарҙағы иҡтисади көрсөккә тиклем Өфөлә йылына уртаса 125 троллейбус сығарылған. Һәм был норма иҫәпләнгән.  

Өфө троллейбустарын «Башҡортостан троллейбус заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығара. Был предприятиела дүрт моделдәге троллейбустар йыйыла, уларҙың һәр береһенең өс модификацияһы бар. Тәпәш иҙәнле троллейбустар айырыуса ҙур һорау менән ҡуллана. Өфө троллейбустары Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең 50-нән ашыу ҡалаларында файҙаланыла.