Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Каустик» йәмғиәте Американың «Red Mountain Energi» компанияһы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

Стәрлетамаҡта «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) һәм Американың «Red Mountain Energi» компанияһы араһында ҡорамалдар ҡайтарыу, шеф-монтаж һәм һауа айырыу ҡулайламаһын проектлау буйынса котрактҡа ҡул ҡуйыу сараһы үтте. Тендерҙа Германияның «Linde gmbh» фирмаһы һәм Рәсәйҙең «Криогенмаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнаша, әммә техник йәһәттән дә, хаҡтар сәйәсәтендә лә иң уңайлы шарттар тәҡдим иткән «Red Mountain Energi» еңә. Контрактты ғәмәлгә ашырыу был предприятиеға ғына түгел, шулай уҡ Стәрлетамаҡ («Синтез-Каучук», «СНХЗ», «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм ҡала ТЭЦ-ы), Салауат («Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте) һәм  Түбәнге Кама ҡалаларындағы  («Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2205-се цехы) ҡулланыусылар үҫешенә һәм ышаныслы, тотҡарлыҡһыҙ эшләүенә этәргес бирәсәк, тип хәбәр итә «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм мәғлүмәт бүлеге.

Ҡулайламаны режимға сығарыу менән бергә проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты — 2013 йылдың икенсе кварталы.    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть