Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә эре ауыл хужалығы баҙары төҙөләсәк

Иҡтисад

Өфөлә дәүләт ауыл хужалығы продукцияһы баҙары төҙөләсәк. Был турала Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, баҙар төҙөлөшө тураһындағы ҡарар республика етәкселеге кимәлендә ҡабул ителгән.

— Яңы баҙарҙың үҙенсәлеге шунда: унда алыпһатарҙар түгел, ә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре үҙҙәре сауҙа итәсәк, — тине Павел Качкаев. – Тимәк, хаҡтары ла күпкә осһоҙ буласаҡ.

Мэр һүҙҙәренсә, республиканың баш ҡалаһында бындай баҙарға ихтыяж ысынлап та ныҡ һиҙелә. Һәм был ҡала баҙарҙарында һәм магазиндарында тауарҙар етешмәгән өсөн түгел, ә ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙың Өфөлә сиктән тыш тиҙ артыуы арҡаһында. Мәҫәлән, һуңғы айҙа иттең килограмы 30 һумдан ашыуға ҡиммәтләнгән. Был ауыл хужалығы продукцияһын һатыу эше менән етештереүселәр урынына алыпһатарҙар шөғөлләнеүе менән аңлатыла.

Павел Качкаевтың билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Өфөлә яңы баҙар төҙөлөшө өсөн урын эҙләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть