4 декабрь, Йәкшәмбе

08 февраль 2011 йыл, 12:24

Алыпһатарҙар эшмәкәрлеге Өфөлә һыйыр итенең ҡиммәтләнеүенә килтерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Алыпһатарҙар эшмәкәрлеге Өфөлә һыйыр итенең ҡиммәтләнеүенә килтергән, шул уҡ мәлдә һатып алыу хаҡтары әүәлге кимәлендә ҡалған. Был хаҡта шишәмбе көндө Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ит бер айҙа кинәт ҡыйбатланған.  

— Әгәр бер ай элек һыйыр итенең бер килограмы ҡала буйынса уртаса 178 һум торһа, хәҙер – 212 һум, — тине ул.

Павел Качкаевтың билдәләүенсә, иткә хаҡтарҙың күтәрелеүенә бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Ауыл ерендә халыҡтан ит һатып алыу хаҡы элекке кимәлдә ҡалған – килограмға 120-150 һум. Аралашсылар хаҡтарҙы яһалма рәүештә арттыра.