Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәте алданған өлөшсөләр проблемаларын тикшерҙе

Иҡтисад

Йома көндө, 4 февралдә, Башҡортостан Хөкүмәтендә төҙөүселәрҙең күп фатирлы йорттар төҙөлөшө буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәмәүе арҡаһында зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итеү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышы үтте.

Ултырышты асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин ҡатнашыусыларға алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итеү өсөн ҡабул ителгән саралар хаҡында хәбәр итте.

Тәү сиратта норматив-хоҡуҡи базаны көйләү эше алып барыла. Республика кимәлендә төҙөлөшкә аҡса һалыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауға нигеҙ булып торасаҡ закон ҡабул ителәсәк, уның проекты әҙерләнгән һәм Хөкүмәт менән 27 ғинуарҙа парламентҡа тикшереүгә тәҡдим ителгән.

Вице-премьер республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса проблемалы объекттарҙың йыйылма исемлеген булдырыу тәртибе билдәләнеүе хаҡында әйтеп үтте.  

– Оҙаҡ төҙөлөүсе йорттарҙы реестрға индереү уларға рәсми рәүештә «проблемалы йорт» статусын биреү һәм төҙөлөштө тамамлауға артабан булышлыҡ итеү өсөн кәрәк, — тип билдәләне ул. – БР Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһына ике аҙна эсендә комиссияға исемлеккә индерелергә тейешле йорттар тураһында тулы мәғлүмәт тапшырырға кәрәк.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары боҙолоу осраҡтары күҙәтелгән ошондай 25 йорт бар. Ултырышта иң ҡатмарлы алты объектҡа ҡағылышлы хәл тикшерелде. Яҡтарҙың: өлөшсөләрҙең, төҙөүселәр, урындағы хакимиәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең фекерҙәре һәм һығымталары тыңланды.

Ултырыш аҙағында Сергей Афонин, өлөшсөләрҙең проблемаларын законға ярашлы этаплап ҡарау республика Президенты тарафынан билдәләнгән ваҡыт эсендә барлыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә, тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть