Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар үҫеүен дауам итә

Иҡтисад

Һуңғы аҙнала икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар Өфөлә 0,5 процентҡа күтәрелгән. Бөгөн бындай күсемһеҙ милектең бер квадрат метры баш ҡалала 46,33 мең һумға тәҡдим ителә.

Бөтөн төрҙәге фатирҙарға ла хаҡ артҡан. Бер һәм күп бүлмәле фатирҙар — 0,4 процентҡа, ике һәм өс бүлмәлеләр 0,5 процентҡа ҡыйбатланған. Иң ҡыйбат, элиталы торлаҡ «квадратына» 61,5 мең һумдан тәҡдим ителә.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Өфөлә һатыуға ҡуйылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16,5 миллион һумға баһаланған: Ағалы-энеле Кадомцевтар урамы, дүрт бүлмә, 175 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында иң түбән хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть