Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Инновацион идеяларҙы производствоға алып барып еткереү механизмдарын табырға кәрәк»

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса советтың киңәйтелгән ултырышы булды. Уның эшендә ошо советҡа етәкселек итеүсе БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Уның билдәләүенсә, инновация сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен ентекле тикшерергә кәрәк.

— Технологик йәһәттән илебеҙ алға киткән илдәрҙән күпкә артҡа ҡала, – тине республика башлығы. – Беҙҙә ҡеүәт, идеялар бар, әммә улар эпизодик үҙенсәлектәргә эйә. Беҙҙе сит илдәрҙә етештерелгән тауарҙар уратып алған. Инновацион мөхитте үҫтереү өсөн беҙҙә шарттар бар, әммә инновациялар ғына юҡ. Булһа ла күмәк файҙаланыу өсөн етмәй. Проблеманы тамырынан тикшерергә кәрәк.

Республика Президенты шулай уҡ бизнес-берләшмәнең һүлпәнлеген билдәләне. Уның фекеренсә, эшҡыуарҙарға инновация сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирергә кәрәк.

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов инновация сәйәсәтен үҫтереүҙә йәштәрҙең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне:

— Йәштәр эксперименттарҙан, яңылыҡтарға тотоноуҙан ҡурҡмай. Был – ҡеүәтле потенциал, әммә бөгөн беҙ уны файҙаланмайбыҙ тиерлек.

Башҡортостанда инновацион эшмәкәрлекте үҫтереүҙең нисек алып барылыуына килгәндә, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Роберт Ваһаповтың фекеренсә, республикаға технологик күҙаллау тураһында закон эшләргә кәрәк.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров, ошо өлкәлә аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеүҙең һөҙөмтәлелеге өсөн БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы базаһында эш төркөмө ойошторорға кәрәк тип билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть