Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йәйге профилле лагерҙар программалары конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр сәйәсәте учреждениелары һәм балалар-йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында республика йәйге профилле лагерҙар программалары конкурсын иғлан итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс маҡсаты — профилле лагерҙарҙың балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи, интеллектуаль, ижади, физик һәм социаль ихтыяждарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән инновацион программаларын һәм проекттарын асыҡлау.

Материалдарҙа программаның социаль-тәрбиәүи әһәмиәтен сағылдырыуҙан тыш, авторҙар уны тормошҡа ашырыуҙың иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыуын да иҫәпкә алырға тейеш.

Эштәр 19 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон: 251-57-19.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында www.mmpsrb.ru «Йәштәр сәйәсәте» (Конкурстар) бүлегендә урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть