3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2011 йыл, 8:45

Башҡортостанда өзләү оҫталары һәм ҡумыҙсылар осрашасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда III Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы ойошторола. Ул 2-4 мартта Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында үткәреләсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенән.  

Конкурста ҡумыҙҙа уйнаусылар, өзләүселәр, шулай уҡ ҡумыҙсылар ансамбле ҡатнаша ала, йәш сикләүҙәре юҡ. Заявкалар 20 февралгә ҡәҙәр ҡабул ителә.

Халыҡ ижады үҙәге белгестәре аныҡлыҡ индерә: конкурсанттарҙың сифатлы сығыш яһауы маҡсатында, ярыш сиктәрендә билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары етәкселегендә мастер-класс үткәреләсәк, әүәлге конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәре, сәсәндәр ҡатнашлығында концерттар үтәсәк.

темалар: конкурстар