Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда 307 хәрби хеҙмәткәр торлаҡҡа сиратта тора

Иҡтисад

Башҡортостанда «Торлаҡ» федераль программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Хәрби хеҙмәттән бушатылғандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү уның бер йүнәлеше булып тора. Рәсәй Хөкүмәте хәрби хеҙмәттән отставкаға ебәрелгән граждандарҙы 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы, төп шарт – улар 2005 йылдың 1 апреленә тиклем иҫәпкә торған булырға тейеш. Бөгөнгө көндә республикала бындай кешеләр иҫәбе — 307. һәм шуларҙың яртыһы тиерлек ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бәйләнешкә сыҡмай.

Муниципаль район һәм ҡалалар хакимиәттәре менән йыйылған иҫәп мәғлүмәттәре тулы түгел. Мәҫәлән, бик йыш тыуған көндәре йәки паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелмәгән. Шуның арҡаһында төҙөлөш күләмен планлаштырып һәм финанслауҙы һорап булмай.  

БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәрби хеҙмәттән отставкаға ебәрелгән һәм 2005 йылдың 1 апреленә тиклем торлаҡ алыуға сиратҡа баҫҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең мәғлүмәттәрен аныҡлау өсөн, был граждандарға 10 февралгә тиклем район йәки ҡала хакимиәттәренә килеүҙәре талап ителә.

Программаны тормошҡа ашырыу барышында республикала 2007- 2010 йылдарҙа хәрби хеҙмәттән бушатылған граждандарға 186 сертификат тапшырылған. 2009-2010 йылдарҙа федераль средстволар тулы күләмдә үҙләштерелмәгән. Төп сәбәбе тип торлаҡ буйынса иҫәп алып барыуға һәм кәрәкле документтар йыйыуға яуаплы урындағы үҙидара органдарының  тейешле кимәлдә эшләмәүе атала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть