3 декабрь, Шәмбе

07 февраль 2011 йыл, 13:00

Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 68 тонна ит һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә барған ит йәрминкәләрендә ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты. Өфөнөң дүрт майҙанында сауҙа йәйелдерелде. Йәмғеһе 459 сауҙа урыны теркәлде. Республиканың 20-нән ашыу районы баш ҡалаға аҙыҡ-түлек ылауҙары оҙатты. Улар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа бар ине.

Был йәрминкәләге уртаса хаҡтар тураһында «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәте ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова һөйләне.

Һыйыр ите 180-240 һумдан һатылды. Был – йәрминкәлә иң ҙур һорау менән ҡулланған тауар. Шуға күрә һыйыр итенең 35 тонна һатылыуы ла осраҡлы түгел. Бер килограмм сусҡа итенә һатыусылар 150 – 200 һум һораны. Һарыҡ итен яратыусыларға бер килограмы өсөн 170-тән 230 һумға тиклем сығарып һалырға тура килде. Йылҡы ите 160-220 һумдан 9 тонна һатылды.  

Диетик тауыҡ ите ярайһы арзанға тәҡдим ителде. Уның килограмы 90 һумдан бирелде. Өфө халҡы йәрминкә барған ике көндә 3,5 тонна ҡош ите һатып алды.  

Ҡышҡы йәрминкәләр көҙгөләренең дауамы ул. Әлеге ваҡытта ҡала халҡының запастары наҡыҫланды, һәм ит продукцияһына хаҡтар күтәрелә башланы. Ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында, Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре сериялары башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запастарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ.