Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөнөң Конгресс-холында 10 февралдә 10 милли ихата күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илшат Сабитов хәбәр итте.

Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәктәре үҙҙәренең экспозицияларын әҙерләгән. Республика халыҡтарының торлаҡтары, йорт йыһаздары, кейем-һалымы, сувенирҙары һәм милли аш-һыуы күрһәтеләсәк.

«Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Рәзим Мәүлетҡоловтың хәбәр итеүенсә, Конгресс-холда башҡорт тирмәһе лә урын аласаҡ. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре милли кейемдәрҙәге гипстан яһалған фигуралар әҙерләгән. Биҙәлгән өҫтәлдә традицион башҡорт ашамлыҡтары – бауырһаҡ, бал һәм ҡымыҙ буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть