Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Ғинуарҙа Өфөлә ҡала янындағы күсемһеҙ милеккә хаҡтар ике процентҡа күтәрелгән

Иҡтисад

Ғинуарҙа Өфөлә ҡала янындағы йорттарға һәм коттедждарға уртаса хаҡ ике процентҡа артҡан. «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре мәғлүмәтенә ярашлы, бөтөн йорттар, коттедждар һәм таун-хаустар буйынса тәҡдим ителгән уртаса хаҡ квадрат метрына 26 мең һум тәшкил итә.

Иң арзан йорт 450 мең һум тора. Ул Иглинда урынлашҡан. Майҙаны – 61 квадрат метр. Иң ҡыйбат объекттың хаҡы — 25 миллион һум. Был Суровкалағы өйҙөң майҙаны – 430 «квадрат».

Ер участкаларына килгәндә иһә, уларҙың уртаса хаҡы бер сутыйға 45 мең һум тәшкил итә. Бер айҙа ул 5,1 процентҡа төшкән.

Иң ҡыйбат ер участкаһы – 25 сутый – Зубовола өс миллион һумға тәҡдим ителә. Иң арзан участка Иглинда һатыла – 15 сутыйға 150 мең һум һорайҙар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть