Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Күмертауҙа быйылғы йылда беренсе ял көнө йәрминкәһе үтте

Сәйәсәт

Уҙған шәмбелә Күмертауҙа Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов инициативаһы буйынса ойошторолған тәүге ҡышҡы ял көнө йәрминкәһе үтте.

Йәйге ҡоролоҡ ит продукцияһы хаҡына ярайһы ныҡ йоғонто яһаны. Күмертау халҡын арзаныраҡ хаҡҡа ит менән тәьмин итеү маҡсатында, йәрминкәгә Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы етештереүселәре саҡырылды. Райондың барлыҡ ауыл биләмәләре лә тиерлек ит һәм һөт продукцияһын тәҡдим итте. Ҡала халҡы етештереүселәр хаҡы менән ит һатып ала алды. Мәҫәлән, сусҡа ите йәрминкәлә -150-160 һумдан, һыйыр ите – 170, йылҡы ите 160–180 һумдан һатылды.

Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляевтың билдәләүенсә, бындай йәрминкәләр продукцияны арзаныраҡ хаҡҡа һатып алған ҡала халҡы өсөн дә, тауарын аралашсыларһыҙ һатҡан ауыл халҡы өсөн дә файҙалы. Ҡала округы хакимиәте Көйөргәҙе районы ауыл хужалығы етештереүселәре менән артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть