Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов БР Фәндәр академияһы ғалимдарын юбилейҙары менән ҡотланы

Сәйәсәт

6 февралдә Башҡортостан ғалимдары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ойошторолоуының 20 йыллығын билдәләне.    

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов улар исеменә ҡотлау ебәрҙе.  Унда, ойошторолғанынан алып был учреждение республикала ғилми тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙа мөһим роль уйнай, тип билдәләнә. 90-сы йылдарҙа Академия дәүләт фәнни-техник программаларын үтәү өсөн Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге институттарының, тармаҡ ғилми-тикшеренеү институттарының һәм алдынғы вуздарҙың кадрҙар потенциалын берләштерә. Ошо көндәрҙә Академия ҡанаты аҫтында йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү менән бергә перспективалы яңы йүнәлештәр үҫтерелә. Академия мөһим дәүләт программаларын һәм проекттарын эшләүҙә һәм тикшереүҙә ҡатнаша, предприятиелар заказдары буйынса тикшереүҙәр үткәрә, энциклопедик баҫмалар әҙерләй.

— Һеҙҙең бик күп инновацион эшкәртмәләрегеҙ яғыулыҡ-энергетика комплексы, химия һәм нефтехимия предприятиеларында, төҙөлөштә, медицинала ҡулланылышҡа индерелгән. Фәндәр академияһы ғалимдары йыл һайын тиҫтәләгән патенттар ала. Уларҙың тикшеренеүҙәренең юғары һөҙөмтәләре халыҡ-ара һәм Рәсәй гранттары менән билдәләнгән, — тиелә төбәк башлығы ҡотлауында.

Рөстәм Хәмитов, республиканың Фәндәр академияһы артабан да фундаменталь һәм ғәмәли фәндәр проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ, илдең иҡтисади, фәнни-мәғариф һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе булараҡ Башҡортостан позицияһын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть