9 декабрь, Йома

07 февраль 2011 йыл, 10:05

Иртәгә Башҡортостандың баш ҡалаһында «УфаПромЭкспо» күргәҙмәһе асыла

автор: Любовь Колоколова

Шишәмбе, 8 февралдә, республиканың баш ҡалаһында «УфаПромЭкспо-2011» күргәҙмәһе асыла. Унда ҡала предприятиелары менән етештерелгән тауарҙар һәм продукция тәҡдим ителәсәк. Сараны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.

Күргәҙмә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Башҡортостандың баш ҡалаһының фән, техника һәм технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштарын, сәнәғәт, төҙөлөш индустрияһы предприятиеларының, бәләкәй бизнес субъекттарының уңыштарын күрһәтеү — VIII «УфаПромЭкспо» күргәҙмәһенең төп маҡсаты.

Юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкән, производствоһын үҫтереүсе һәм модернизациялаусы, продукцияның яңы төрҙәрен үҙләштереүсе ҡала предприятиелары күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырыла. Экспофорум йомғаҡтары буйынса конкурс комиссияһы биш номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы сәғәт 12-гә  билдәләнгән.

темалар: күргәҙмәләр