6 декабрь, Шишәмбе

07 февраль 2011 йыл, 9:15

Йәш ғалимдар Башҡортостан Республикаһы гранттарын аласаҡ

автор: Руфина Хананова

БР гранттарына дәғүә итеүгә йыл һайын үткәрелеүсе йәш ғалимдар һәм йәштәр ғилми коллективтары ғилми эштәре конкурсы тамамланды. 2011 йылдың 4 февралендәге «2011 йылда йәш ғалимдарға һәм йәштәр ғилми коллективтарына гранттар бүлеү тураһында»ғы 24-се ҡарарға ярашлы гранттар менән билдәләнәсәк конкурс еңеүселәре асыҡланды.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, конкурста 35 йәшкә тиклемге ғилми хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, белгестәр, аспиранттар, докторанттар һәм төбәк биләмәһендә урынлашҡан, ғилми тикшеренеүҙәр менән әүҙем шөғөлләнгән ғилми учреждениеларҙың, профессиональ белем биреү учреждениелары һәм ойошмаларҙың йәштәрҙән торған коллективтары (биш кешегә тиклем) ҡатнашты.

Йәш ғалимдарға һәм йәштәр ғилми коллективтарына гранттар Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 6 ноябрендәге «Башҡортостан Республикаһында йәш ғалимдарға һәм йәштәр ғилми коллективтарына дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы Указы менән раҫланған. Быйыл гранттар бишенсе тапҡыр бирелә.

Гранттар тапшырыу тантанаһы 8 февралдә 11:00 сәғәттә Республика Йортонда (Туҡай урамы, 46) үтәсәк. Конкурс еңеүселәренең тулы исемлеге http://bash.rosmu.ru/activity/events/771.html сайтында күрһәтелгән.