Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Ете район аграрийҙары һауым буйынса алда бара

Иҡтисад

Башҡортостанда тәүлегенә һәр һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса Саҡмағош районы малсылары алда бара. Йыл башынан алып был райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һыйырҙарҙың продуктлылығы 407 килограмм һөт тәшкил итте, был былтырғы кимәлдән 35 килограмға күберәк. Тулайым һауым – 2899 тонна, былтырғы күрһәткес 264 тоннаға арттырылған.

Республиканың ете районында һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауысы 10 килограмдан артығыраҡ. Саҡмағошта  — 12,9 килограмм, Ауырғазыла — 10,7, Ҡырмыҫҡалыла – 10,6, Стәрлетамаҡта – 11,2, Тәтешлелә – 11,5, Өфө районында – 12, Учалыла – 11,3 килограмм.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть