8 декабрь, Кесе йома

04 февраль 2011 йыл, 17:05

Өфөнән Мәскәүгә 2190 һумға осорға мөмкин

автор: "Башинформ"

«Нордавиа» Мәскәүгә осоуға тарифтарҙы кәметә. 3 февралдән был авиакомпания рейстарында Өфөнән Рәсәй баш ҡалаһына һәм кире 2190 һәм 2400 һумға осорға мөмкин.

Кәметелгән тариф буйынса билеттар һатыуға сығарылды ла инде. Урындар һаны сикләнгән. Яғыулыҡ йыйымы түләтелмәй.

темалар: авиация