9 декабрь, Йома

04 февраль 2011 йыл, 16:25

Өфөлә бер айҙа беренсел торлаҡҡа хаҡтар үҙгәрмәне

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфө баҙарында ғинуарҙа беренсел торлаҡтың уртаса хаҡы үҙгәрмәне. Ул бер квадрат метр өсөн 42,82 мең һум тәшкил итә.

Бер айҙа бер бүлмәле фатир хаҡы 0,8 процентҡа күтәрелде. Өс бүлмәлеләр шул тиклемгә арзанайҙы. Ике бүлмәле фатирҙар сегментында беренсел торлаҡ хаҡы 0,1 процентҡа кәмене. Яңы төҙөлөп тапшырылған йорттарҙа уртаса тәҡдим хаҡы – квадрат метр өсөн 44,8 мең һум.

«Эксперт» Күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы төҙөлгән йорттарҙа фатирҙарҙың иң кәм тәҡдим хаҡы әлеге ваҡытта – квадрат метры 25 мең һум. Мушников урамында төҙөлгән 17-се йортта ике бүлмәле фатир ошондай хаҡҡа һатыла.

Максималь тәҡдим хаҡы – 72 мең һум. Киров һәм Цюрупа урамдары сатында урынлашҡан йортта өс бүлмәле фатирҙың квадрат метрының хаҡы шундай.