Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Спикер һәм сенатор Сибай халҡын ҡабул итте

Сәйәсәт

Урал аръяғы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Федерация Советы ағзаһы Рудик Исҡужин Сибайҙа граждандарҙы ҡабул итте.

Мөрәжәғәттәр башлыса дөйөм ҡала мәсьәләләренә ҡағылды. Атап әйткәндә, ҡалала йәшәүселәрҙең береһе Алтын микрорайонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары ике махсус реанимобиль бүлеүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, махсус машиналар ауырыуҙарҙы хәүефһеҙ транспортировкалауҙы ойоштороу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен яҡшыртыу өсөн кәрәк.  

Шулай уҡ спикерға һәм сенаторға хоккей буйынса тренер килде. Ул «Ирәндек» спорт боҙ һарайында шөғөлләнгән йәш хоккейсылар өсөн форма һатып алыу мәсьәләһен хәл итеүҙәрен үтенде.

Константин Толкачев менән Рудик Исҡужин бөтөн мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә вәғәҙә итте.      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть