6 декабрь, Шишәмбе

04 февраль 2011 йыл, 15:28

2011 йылда 26500 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылда республикала Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) 26500-ҙән артыҡ кеше тапшырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр БДИ-ла — 27897, 2009 йылда 29963 уҡыусы ҡатнашты.

Быйыл мәктәпте тамамлаусылар 27 майҙан 20 июнгә тиклем берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Ә элекке йылдарҙа тамамлаусылар өсөн БДИ 8 июлдә башланасаҡ һәм 18 июлдә тамамланасаҡ.

— БДИ йәки традицион формала имтихан тапшырыуҙы һайлау хоҡуғы менән элеккесә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларын тамамлап, профилле әҙерлек йүнәлештәренә уҡырға инеүселәр файҙалана ала, — тип аңлатты БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәкий Мырҙағәлин.

Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда буласаҡ призывниктар, сит илгә сығыусылар, етди дауалау тәғәйенләнгән кешеләр, шулай уҡ Рәсәй һәм донъя кимәлендәге ярыштарға китеүсе спортсылар тапшыра ала. Ваҡытынан алда тапшырыу этабы – 20 апрелдән 30-ына тиклем.  

Зәкий Мырҙағәлин әйтеүенсә, мәктәптәрҙә һәм мәғариф бүлектәрендә Берҙәм дәүләт имтихандарына планға ярашлы әҙерлек башланған да инде – вуздар БДИ репетициялары үткәрә, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре аңлатыу эше алып барыу өсөн райондарға сыға.  

темалар: мәғариф, БДИ