Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Әбйәлил районында булды

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Урал аръяғы буйлап эш сәфәре сиктәрендә 3 февралдә Әбйәлил районына барып ҡайтты.

Парламент спикеры Әбйәлил районы йәмәғәтселегенә республика етәкселегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне, улар иҫәбендә дәүләт ҡоролошо, иҡтисад һәм финанстар, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, социаль тәьминәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу.

Константин Толкачев БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылды республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарына айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Уның әйтеүенсә, «Башҡортостан Рәсәйҙең күп милләт һәм халыҡтар вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм килешеп йәшәү тәжрибәһе туплаған уникаль субъекты булып тора».

Парламент спикеры шулай уҡ Әбйәлил районының социаль-иҡтисади күрһәткестәрен ыңғай баһаланы.

Бынан тыш, Константин Толкачев 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы хаҡында һөйләне. Программа проекты менән районды олимпия резервы әҙерләү өсөн спорт-сәләмәтләндереү комплекстары системаһына индереү һәм автомобиль юлдары селтәрен реконструкциялау ҡарала.

Республика парламенты рәйесе менән осрашыуҙа Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әврәр Сафин, район депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, уҡыу йорттары директорҙары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть