5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2011 йыл, 12:44

ӨПЭПБ быйыл модернизацияға 100 миллион һум аҡса тотонорға планлаштыра

автор: Любовь Колоколова

Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә производствоны комплекслы модернизациялау дауам итә. Бөгөн заманса продукция сығарыуҙы өр-яңы технологик ҡорамалдар һәм алдынғы техпроцестар индермәйенсә күҙ алдына килтереп булмай, сөнки заводта IV һәм V быуын изделиелары сығарыуға тотондолар.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда стратегик авиация самолеттарының навигация-пилотаж комплекстарын модернизациялау буйынса эштәр комплексы башҡарылды. ӨПЭПБ яңы типтағы Як-130, Ан-148, Ту-204СМ, Су-30 һәм МиГ-29СМТ самолеттары өсөн приборҙар етештереүҙе үҙләштереүҙе һәм сариялап сығара. Цифрлы элемент базаһы ҡулланып, Ми-8 һәм Ми-17 вертолеттары өсөн автопилотты модернизациялау алып барыла. Предприятие ингән «Авиаприборостроение» концерны ӨПЭПБ коллективы алдына 2011-2013 йылдарҙа сығарылған продукция күләмен ике миллиард һумға еткереү бурысы ҡуйҙы. Былтыр тәүге тапҡыр Өфө приборҙар эшләүселәре миллиард һумға продукция сығарыуға өлгәште.

2010 йылда яңы ҡорамалдар һатып алыуға ӨПЭПБ 39 миллион һумдан ашыу аҡса тотондо. Бөтәһе 33 берәмек юғары етештереүсәнле ҡорамалдар һатып алынды. Предприятие федераль маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыусы булып тора, шуға ярашлы уға ҡорамалдар һатып алыуға һәм производствоны ҡайтанан техник ҡоралландырыуға бюджет средстволары бүленә.  

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 февралдә «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһы сираттағы мөһим датаһын — предприятиеның 55 йыллығын билдәләйәсәк. Заводта барған үҙгәртеп ҡороуҙар ӨПЭПБ-ла йәш инженер кадрҙар өсөн эште абруйлыраҡ яһай.