10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2011 йыл, 11:38

Рөстәм Хәмитов торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: "Башинформ"

3 февралдә Кировта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил төбәктәрендә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе.

Кәңәшмәлә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙең төбәк программалары тикшерелде. Хөкүмәт Рәйесе 2015 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләмен 1,5 тапҡырға –дөйөм алғанда ил буйынса 90 миллион квадрат метрға тиклем арттырыуҙың төп бурыс булыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуҙың  төп һөҙөмтәлелек күрһәткесе булып, Владимир Путин билдәләүенсә, граждандар өсөн торлаҡтың мөмкин тиклем арзан булыуы торорға тейеш. Шулай уҡ Хөкүмәт Рәйесе үҙҙәренең торлаҡ программаларын уңышлы ғәмәлгә ашырған төбәктәрҙе финанс механизмдар ярҙамында дәртләндереүгә әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был маҡсатҡа 21 миллиард һум бүленгән.

Кәңәшмәлә вице-премьер Александр Жуков, төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин, Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Эльвира Нәбиуллина, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, төбәктәр етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.