5 декабрь, Дүшәмбе

04 февраль 2011 йыл, 11:29

БДАУ – Рәсәйҙең иң спортсы аграр вузы

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты командаһы Рәсәй аграр вуздары профессорҙары һәм уҡытыусылары араһында «Сәләмәтлек» II Спартакиадаһында беренсе урын яуланы. Һарытау дәүләт аграр университеты командаһы көмөш призер булды, өсөнсө урын Ульяновск вәкилдәрендә. Был турала вуздың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар Өфөлә, БДАУ базаһында үтте. Уларҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә илдең 26 юғары уҡыу йорто командаһы йыйылды — Мәскәү, Воронеж, Волгоград, Брянск, Силәбе, Рязань, Белгород, Ижевск, Иркутск, Курск, Ҡурған, Пермь, Ставрополь, Төмән һәм башҡа ҡалаларҙан 520-нән ашыу ҡатнашыусы.  

Һигеҙ спорт төрө: шахмат, өҫтәл теннисы, волейбол, йөҙөү, саңғы уҙышы, мини-футбол, атыу, дартс буйынса ярыштар үтте.