3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2011 йыл, 10:51

Ауыл халҡы ҡатнаш аҙыҡҡа хаҡ артыуы айҡанлы борсола

автор: Раил Мусин

Уҙған йылғы ҡоролоҡ ауыл халҡының, бигерәк тә малсыларҙың бәкәленә һуҡты. Былтыр декабрҙә әле һыйыр итенә хаҡтар 180 һум кимәлендә һаҡланып килде, әммә шул саҡта уҡ халыҡта мал һаны кәмеү арҡаһында был планканың һаҡланыуына артыҡ ышаныс булмауы һиҙелде. Шулай килеп сыҡты ла — ғинуар аҙағында күп райондарҙа магазиндарҙа һәм баҙарҙарҙа һыйыр итенә хаҡтар килограмы 200 һум психологик рубежынан уҙып китте.

Шаран районының Аҡбарыс ауылында граждандарҙың шәхси ихаталарындағы малдарҙы хеҙмәтләндергән ветеринар участкаһы мөдире Дәүләт Сабанаев, халыҡта мал һаны кәмей бара, ти. Был, һыйырҙар булмағас — киләһе йылға быҙауҙар ҙа булмаясаҡ, йәғни үрсем юҡ, тигәнде аңлата.

— Әгәр көҙ генә аҡбарыстар 110 һыйыр тотһа, яңы йыл башына инде 87 ҡалды, халыҡ мал аҙығы менән проблема арҡаһында малын һуя, — ти Дәүләт Сабанаев.

Дөрөҫөрәге, уның ҡиммәт булыуы арҡаһында. Йыл һайын халыҡ мал аҙығын тәбиғи участкаларҙа һәм үҙ ер участкаларында үҙҙәре әҙерләне, әммә йәйге ҡоролоҡ етерлек бесән запасы әҙерләргә мөмкинлек бирмәне. Иген фуражы килтереп һаталар, ләкин уның хаҡы ла күтәрелде: былтыр килограмы өс һум торһа, хәҙер 10 һумдан ашып китте.  

Ауыл хужалығы кооперативтарынан мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республиканан ситтән килтерелгән һаламдың килограмы уларға 8-10 һумға төшә. Шулай итеп, һаламдың хаҡы иген фуражы хаҡына етеп килә.  

темалар: ауыл хужалығы