3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2011 йыл, 10:19

Республика вуздары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә белгестәр әҙерләйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Хөкүмәтендә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү ихтыяжлығы тикшерелде. Вице-премьерҙар Сергей Афонин һәм Зөһрә Рәхмәтуллина етәкселегендә үткән кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь комплексы өсөн юғары һәм урта махсус белемле белгестәр әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тармаҡҡа квалифицикациялы кадрҙар әҙерләү проблемаһын 28 ғинуарҙа «БР торлаҡ-коммуналь комплексы үҫеше стратегияһы» республика кәңәшмәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күтәргәйне. Үҙенең доклады сиктәрендә БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов был мәсьәлә буйынса тейешле тәҡдимен индерҙе.

Эш кәңәшмәһендә республика юғары уҡыу йорттары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар осрашыу аҙағында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихтыяждарында юғары һәм урта махсус белем биреү системаһын булдырыу һәм уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса берҙәм фекергә килде.  

Әлеге ваҡытта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән был программаның стратегияһы һәм уны тормошҡа ашырыу ваҡыты буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләнә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.