Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаларын яҡтыртыу буйынса конкурсҡа эштәр ҡабул итеү оҙайтыла

Йәмғиәт

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаларын иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурсҡа эштәр 2011 йылдың 25 февраленә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа республика һәм муниципаль кимәлдәрҙә торлаҡ-коммуналь өлкәләге үҙгәрештәрҙе яҡтыртыу буйынса проекттар ҡабул ителә. Унда торлаҡ-коммуналь комплексты реформалаштырыу барышын һәм бурыстарын халыҡҡа аңлатыусы теле- һәм радиокомпаниялар, матбуғат баҫмалары, интернет-сайттар ҡатнаша ала.

Конкурс йыл һайын киң мәғлүмәт сараларының уҙған йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса үткәрелә һәм еңеүселәрҙе наградлау менән тамамлана. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырыла:

1-се урын өсөн — 50 мең һум (бер премия);

2-се урын өсөн — 30 мең һум (бер премия);

3-сө урын өсөн — 20 мең һум (бер премия);

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Премия фонды средстволары конкурста ҡатнашҡан предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә премияларға тотонола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть