6 декабрь, Шишәмбе

03 февраль 2011 йыл, 14:44

Башҡортостан һәм Ростсельмаш хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

3 февралдә Өфөлә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы менән “Ростсельмаш” комбайн заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек хаҡында меморандумға ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев һәм “Ростсельмаш”тың генераль директоры Валерий Мальцев ҡул ҡуйҙы.

Ватан ауыл хужалығы техникаһы паркын тулыландырыу маҡсатында завод Башҡортостан биләмәһендә һатыу өсөн ауыл хеҙмәтсәндәренә билдәле “Нива-эффект” һәм “Акрос” иген йыйыу, “Дон-680” мал аҙығы йыйыу комбайндарын тәҡдим итә, яңы төр техника производствоһы үҙләштерелә.

– Ауыл хужалығы министрлығының эре етештереүселәр менән туранан-тура хеҙмәттәшлеге агросәнәғәт комплексы ойошмалары менән ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәр араһындағы бәйләнеште үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итә, – тип иҫәпләйҙәр Ауыл хужалығы министрлығында. – Аралашсылар схемаһы булмауы продукцияның хаҡын кәметеп кенә ҡалмай, һөҙөмтәле гарантия һәм гарантиянан һуңғы хеҙмәтләндереүҙе көйләргә мөмкинлек бирә.

Бынан тыш, меморандум ауыл хужалығы техникаһы, шул иҫәптән “Ростсельмаш” заводы етештергән техника менән дә эшләүсе белгестәр әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү сараһын күҙ уңында тота, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте.