Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы тамамлана

Йәмғиәт

Башҡортостанда бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы тамамлана. Унда республика дөйөм белем биреү мәктәптәренең 9-11 кластарынан 2800-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнаша. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Шуны ла билдәләргә кәрәк, ҡатнашыусылар иҫәбе уҙған йыл менән сағыштырғанда күпкә артҡан. 2010 йылда белем һәм һәләттәрен төбәк этабында 2328 уҡыусы күрһәткән.  

Олимпиадалар 21 предмет буйынса үткәрелә. Тәүге һынауҙар өс дисциплина – физика, технология һәм немец теле буйынса 13 ғинуарҙа башланды. Төбәк этабы 5 февралдә астрономия, әҙәбиәт, физкультура, иҡтисад буйынса олимпиадалар менән тамамланасаҡ.

Яҙғыһын иң лайыҡлылар Башҡортостан исеменән бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть